Һөнәрҙәр донъяһына сәйәхәт. Баш ҡаланың 264-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре робототехника түңәрәгендә шөғөлләнеп, авиация двигателе етештергән завод күсермәһен төҙөгән. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең «98 йыл бейеклектә» булыуына арналған проект менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Уйынсыҡ түгел, әйтерһең дә, ысын завод. Бәләкәй генә деталдәрҙән йыйылған станок, машиналарҙы хәрәкәткә килтерергә мөмкин. Балалар авиация двигателдәре сығарған предприятие цехтарын үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Проектты әҙерләгәндә улар инженер-операторҙарҙың эшен етди өйрәнгән.
Өфөнөң 264-се балалар баҡсаһында робототехника түңәрәге күптән эшләй. Балалар бында иртә профориентация эшенә йәлеп ителә. Нефть сәнәғәте, сүп-сар менән көрәш, экология темаларына конструктор йыйғандар. Һуңғы проект Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ойошторолоуға 98 йыл тулыуға арналған. Әйткәндәй, мәктәпкәсә учрждение Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә. Юғары уҡыу йорто ғилми яҡтан ярҙам итә.
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сәнғәт донъяһы аша ла яңы һөнәрҙәр менән таныша. Әйтәйек, Рәсәй Граждандар авиацияһының 100 йыллығына йыр-бейеүҙәр, тотош концерт программаһы әҙерләнә. Шул уҡ ваҡытта педагогика нигеҙҙәрен өйрәнеүгә ата-әсәләр ҙә йәлеп ителә, мәктәпкәсә учреждениела консультация үҙәген үҫтереүгә Президент гранттары фондынан ярҙам алынған.
Робототехника түңәрәгенә килгәндә, балалар авиация сәнәғәте өлкәһендә яңы моделдәр йыйыу эшен дауам итә. Проекттар менән күләмле конкурстарҙа сығыш яһау ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина






