Күләмле фестивалдәр, яңы проекттар, финанслау күләме артыуы. Башҡортостан мәҙәниәте өсөн 2022 йыл мәҙәни мираҫты һаҡлау девизы аҫтында үткән һәм сағыу ваҡиғаларға бай булған. Башҡарылған эштәргә бөгөн министрлыҡтың коллегияһында йомғаҡ яһалды. Ултыршта шулай уҡ киләсәккә бурыстар билдәләнде, хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан Башҡортостандың мәҙәни усаҡтары халыҡҡа рухи байлыҡ таратыуын дауам итә. 2022 йыл да сағыу сараларға бай була. Был тәңгәлдә театрҙарҙағы премьераларҙы ла, «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен дә, «Шағир көндәлеге» фильмын да, «Евгений Онегин», «Садко» операларын да һәм башҡа бихисап мәҙәни яңылыҡтарҙы миҫалға килтерергә мөмкин. Өлкәләге уңыштар финанслау күләме артыу менән дә бәйле, былтыр мәҙәниәтте үҫтереүгә иң ҙур сумма бүленгән.
Алда һанлы технологияларға иғтибарҙы арттырыу, әүҙемерәк эшләү бурысы тора. Был тәү сиратта музейҙар, китапханалар эшмәкәрлеге өсөн мөһим һәм йәштәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Үҫеп килгән быуын хаҡында һүҙ барғанда «Пушкин картаһы» федераль проекты ла ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ Башҡортостан мәҙәниәтен күләмле фестивалдәрҙән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Былтыр 2 мең сара ойошторолоп уларҙа 2 миллион кеше ҡатнашҡан. Бында тәүге тапҡыр уҙғарылған «Башҡорт аты» һәм «Геройҙар ваҡыты» фестивален дә билдәләп үтергә мөмкин. Мәҙәни мираҫты һаҡлау йылы сиктәрендә лә күп саралар үтә, мәҫәлән, «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестивале.
Коллегия ултырышында дәүләт наградалары ла тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын 16 йыл элек тамамлап Башҡортостанға ҡайтҡан ижади төркөм вәкилдәре лә күп.
Мәҙәни хазиналарҙы тергеҙеүҙә, үҫтереүҙә милли проект та, «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» партия проекты ла тос өлөш индерә. Мәҫәлән, милли проектҡа ярашлы 80-нә яҡын объект та төҙөкләндереү эштәре үткәрелгән, ә партия проекты буйынса 15 мәҙәниәт йорто йыһазландырылған. Артабан да был йүнәлештәге эшмәкәрлекте дауам итеү бурысы тора. Сөнки төбәктәр өсөн мәҙәни усаҡтар ябай учреждение ғына түгел, ошо ерлектең тормошон йәм һәм йән өрөүсе.
Мәҙәниәт-һәр милләттең көҙгөһө. Тап мәҙәни байлыҡтарыбыҙ беҙҙе халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше менән таныштыра, бөгөнгөһөн сағылдыра һәм киләсәк менән бәйләүсе күпер булып тора. Һәр заман мәҙәниәт алдында үҙ бурыстарын да ҡуя. Бөгөн ул патриотик тәрбиә биреү, илһөйәрлек рухы һалыу менән бәйле.
Рәмзиә Кәримова



