Бындай офис республикала беренсегә асылды. Үҙәктә “берҙәм тәҙрә” тәртибендә яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары юридик, медицина, психологик һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, ярҙам күрһәтергә теләгән кешеләр ошонда килә. Офис дүшәмбенән шәмбегә тиклем эшләй, йәкшәмбе ял көнө.







