Ғалимдар ҡырағай хайуандарҙы күсереү проекты менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров Күгәрсен районына сәфәре барышында шул турала белдерҙе. Республика Башлығы әйтеүенсә, “Мораҙым тарлауығы”нда зубрҙар өсөн яҡшы тәбиғәт шарттары бар.
Радий Хәбировтың быйыл ғинуарҙа Беларускә сәфәре барышында Башҡортостанға зубрҙарҙы күсереү буйынса килешелде. Республика Башлығы ҡырағай хайуандарҙы үрсетеүгә бәйле урындағы халыҡ фекерен дә белешергә ҡушты. Тиҙҙән Күгәрсен районы Юлдыбай ауыл биләмәһендә йыйылыш ойошторола.







