Уҡытыусы һөнәренән - дизайнерға. Бүздәк районы Сулпан ауылында йәшәүсе Фиданиә Муллагәрәева «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә ярҙам» федераль программаһында ҡатнашып яңы эш башлаған. Хәҙер уның ижад емештәре төрлө ойошмаларҙы, шифаханаларҙы һәм йорттарҙы биҙәй.
Яһалма сәскәләр. Тик уларҙы ысынынан айырырлыҡ түгел. Сөнки таждары дөрөҫ итеп, һөйөү ҡушып йыйылған. Яһалма сәскәләр, үләндәрҙе дизайнлау шөғөлөн Фиданиә килемле эшкә әүрелдергән.
Фиданиә тәүге һөнәре буйынса уҡытыусы. Бүздәк районының мәғариф бүлегендә лә эшләгән. Ике бала әсәһе яңы һөнәр үҙләштереп йәшәгән йорто ихатаһында оҫтахана асҡан, киләсәктә уны ҙурайтырға иҫәбе бар. Үҙмәшғүллек өсөн дәүләттән бүленгән 153 мең һум аҡсаға кәрәкле йыһаздар һатып алған.
«Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә ярҙам» федераль программаһы өсөнсө йыл ғына эшләп килеүенә ҡарамаҫтан республикала киң ҡулланыла.
Яңы һөнәргә уҡып сығыусыларҙың 84 проценты эш урыны тапҡан, үҙмәшғүллек менән шөғөлләнә, йә шәхси предприятие асҡан, хеҙмәт урынын һаҡлап ҡалғандар ҙа бар. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә һигеҙенсе урында.
Рәмилә Исмәғилева






