Иглин районы Еңеү паркындағы ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булған яугир-интернационалистарға арналған мемориалда тарихи дата уңайынан митинг уҙҙы. Афған һуғышында 200-гә яҡын Иглин яугирҙары ҡатнашҡан, уларҙың өсәүһе һуғыш яланынан ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 35 һалдат орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Сарала урындағы халыҡ һәйкәлгә сәскә һалып, хәрби бәрелештә вафат булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.






