Илһөйәрлеккә әйҙәп. Тәтешле районы Ҡәлмиәр ауылы халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты яңыртыу яҡлы. Ошо маҡсатта «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашыуға заявка әҙерләнгән.
Проект буйынса, 800 мең һумлыҡ сығымдар ҡаралған. Сумманың күп өлөшө республика ҡаҙнаһынан ҡапланыр тип көтөлә. Ауыл биләмәһе башлығы Фәнүз Иванов билдәләүенсә, мемориалды төҙөкләндереүгә өҫтәмә аҡса йүнәлтеү ҙә ҡаралған.






