Өфөлә «Мөхәббәт ул...» мюзикл акапеллаһының премьераһы үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «Мөхәббәт ул...» мюзикл акапеллаһының премьераһы үтте. Тамашала театрҙың хор коллективы билдәле рус йырҙарын башҡарҙы. 19- сы һәм 20-се быуат композиторҙары йырҙары һәм романстары Михаил Серков аранжировкаһында яңғыраны. Һәр йыр айырым бер хикәйәт рәүешендә сәхнәләштерелгән, бейеүҙәр менән ул спектакль формаһын ала.

Тамаша эшләргә булғас, элекке Мөхәббәт ул.. һағыҙы хәтергә төштө. Жанры мюзикл акапеллаһы, ысынында уның булыуы мөмкин дә түгел. Бер йыл элек вафат булып ҡалған композитор Михаил Серков эшкәртеүендә беҙ белгән йырҙар бөтөнләй икенсе яңғыраш алды.

Александр Алексеев, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстры, тамашаның музыкаль етәксеһе

Ғашиҡтар көнөнә арналған концерт ике көн дауамында аншлаг менән үтте. Тамашасы төрлө быуын- йәш парҙар, өлкәндәр ҙә бар. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының лор бүлеге табиптары тотош коллектив менән килгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ