Ошо уңайҙан ҙур саралар планлаштырыла. “Республиканың һүҙ сәнғәте ғорурлығы булған әҫәрҙәр, ижадсылар етерлек. Уларҙы киңерәк танытырға теләйбеҙ”, - ти союз рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
1934 йылдың 15 мартында Башҡорт совет яҙыусыларының беренсе съезында Башҡорт АССРы яҙыусылар союзы булдырыла. Рәйес итеп Афзал Таһиров һайлана.







