Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 19-сы гуманитар ылау оҙатылды

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә тыуған яҡтан күстәнәс. Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 19-сы гуманитар ылау оҙатылды. Йөк автомобилдәренә халыҡ, эшҡыуарҙар, депутаттар туплаған ярҙам тейәлгән. Шул иҫәптән хәрби кәрәк-яраҡтар, махсус техника, мобиль мунса, мейестәр ҙә бар. Байрам ылауын оҙатыуҙа БЮТ хәбәрселәре лә ҡатнашты.

Алмас Юлбарыҫов хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатып өсөнсөгә бара. Өфө -Донбасс юлын ул Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон алғы һыҙыҡҡа киткәндән алып тапай. Хәрби подразделение һәм уларҙың туғандары менән оператив бәйләнеш булдыра.

Ярҙамды шулай уҡ хәрби операцияла ҡатнашыусы башҡа яҡташтарыбыҙ ҙа аласаҡ. Ирекле батальондар ҙа, мобилизацияға алыныусылар ҙа иғтибарҙыһ ҡалмай. Шулай уҡ исемле күстәнәстәр ҙә бар. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары мәҫәлән, ярҙамды хәрби операцияға ҡушылған коллегаларына инселәп оҙата.

Был гуманитар ярҙам техникаға бай. Фураларға ике тиҫтәнән ашыу юғары үтемле автомобиль тейәлгән. Шулай уҡ күсереп йөрөтмәле мунса, мобиль мейестәр, генераторҙар бар. Бынан тыш, төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә дрон, төнгө күреү ҡоролмаһы кеүек хәрби кәрәк-яраҡтар алынған. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҙур бүләк буласаҡ, ти ылауҙы ойоштороусылар.

Гуманитар колоннаға юл ыңғайы тағы ла алты райондан фуралар ҡушыласаҡ. Төбәктәр башлыса төҙөлөш һәм ағас материалдары оҙата. Ылауҙы был юлы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып бара.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ