Ҡайһы бер эксперттар Рәсәй валютаһы нығыныуын күҙаллай, башҡа аналитиктар иҡтисади көрсөк көтә.
Тотороҡһоҙ баҙар шарттарында инвесторҙарға нисек эш итергә? Был хаҡта бөгөн власть органдары, төрлө банк белгестәре түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты. 2023 йылда финанс өлкәһендә ниндәй ҡануни үҙгәрештәр буласаҡ? Санкциялар һәм баҙар билдәһеҙлеге шарттарында үҙған йыл финанс секторы өсөн ниндәй булды? Быйылғы йыл динамикаһы ыңғай, кредит портфеленә килгәндә иҡтисадты кретидлау күләме 1 триллион һумдан артҡан, тип билдәләй белгестәр. Ҙур бизнеста үҫеш булмаһа, бәләкәй һәм урта бизнеста ярайһы уҡ динамика күҙәтелә. Банктарҙа вкладтар күләме лә артҡан, тимәк, халыҡ дәүләт банктарына ышаныс белдерә.






