Өфөнөң Дим биҫтәһе баҡсасылар ширҡәттәрендә янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары дауам итә

Яуаплы ведомстволар биләмәләрҙә йыл әйләнәһенә йәшәгән граждандарға инструктаж үткәреп, бушлай янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролмалар тапшырҙы. Бынан тыш, баҡсасылар ширҡәттәрендә яҙғы ташҡынға ҡаршы рейдтар ҙа ойошторолдо.

Дим кордонында 23 баҡсасылар ширҡәте, йәмғеһе 3 меңдән ашыу йорт биләмәһе иҫәпләнә. Йыл һайын һыу аҫтында ҡалған 3 ширҡәттә йәшәүселәр эвакуациалана. Хәүефле осорҙа күп балалы һәм аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләргә, пенсионерҙарға айырыуса иғтибар бүленә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ