Республиканың төньяҡ-көнсығыш зонаһына медицина йүнәлешендәге яңы белем биреү учреждениеһы

Урта медицина звеноһы өсөн шәфҡәт туташтары әҙерләүсе Өфө медицина колледжының Мәсәғүт филиалында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Дыуан медицина үҙәгендә яңы шарттарҙа белем алыусылар хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Яңы шарттарҙа «Шәфҡәт туташы» һөнәре буйынса 25 студент белем ала. Октябрьский, Учалы, Нефтекама ҡалаларында һәм Мәсәғүттәге филиалдар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса асылды. Студенттар төньяҡ-көнсығыш райондарынан йыйылған. Уларға төплө белем биреү һәм беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү оҫталығына өйретеүгә бөтә шарттар булдырылған. Бина ремонтлауға, уҡыу кабинеттарын йыһазландырыуға иһә республика ҡаҙнаһынан 10 миллион һум аҡса бүленгән.

Уҡыу процессы тулыһынса һанлаштырылған. Студенттар өсөн кабинеттар ноутбуктар, компьютерҙар, интерактив панель, телевизор, проекциялы экран менән йыһазландырылған. Белем алыу өсөн кәрәкле китаптар алынған, китапханала электрон ресурстарҙы файҙаланыу мөмкинлеге лә булдырылған. Филиалда белем алыусы студенттарҙа артабан үҙ райондарына ҡайтып эшләү теләге көслө.

Өфө медицина колледжының Мәсәғүт филиалы район дауаханаһы, поиликлиникаһы биналарының бер-нисә бүлмәһендә урынлашҡан. Киләһе уҡыу йылынан студенттар һаны тағы ла артасаҡ тип көтөлә. Был төбәктә урта звено медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяжды кәметәсәк тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ