Өфөнөң фән һәм технологиялар университетында «Курс-2023: карьера, уңыш, үҫеш, ижад» тип исемләнгән 7-се йәштәр мәғариф форумы старт алды. Сараның маҡсаты - 14 йәштән 35 йәшкәсә йәштәрҙе проект эшмәкәрлегенә йәлеп итеп, үҙбилдәләнеш кимәлен арттырыу. «Ирекмәнлек», «Бизнес», «Гражданлыҡ һәм илһөйәрлек» йүнәлештәре буйынса тренингтар, эшлекле уйындар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Социаль проект менән шөғөлләнеүселәр бушлай консультация алды. Форум сиктәрендә иң яҡшы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға грант тапшырыу ҡаралған.
Күләмле форум Өфө фән һәм технологиялар университеты, баш ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә уҙғарыла. Сараның тәүге көнөндә вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Унда Өфөнөң утыҙҙан ашыу алдынғы предприятие-ойошмаһы ҡатнашты.



