Өфөнөң «Нефтехимиктар» паркы реконструкциянан һуң быйыл май аҙағында асыла

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Төбәк етәксеһе Черниковка биҫтәһенә эш сәфәре барышында боронғо рекреацион зоналарҙың береһен яңыртыу барышы менән танышты.

Радий Хәбиров паркҡа ингән урындағы арка төҙөлөшөн ҡараны. «Биләмәне реконструкциялай башлағас, ветерандар һәм күрше йорттарҙа йәшәүселәр ингән ерҙе тергеҙеүҙе һораны. Ул матур килеп сығырға оҡшай. Һуңынан мәҙәниәт һарайы алдындағы фонтанды тергеҙеүгә һәм күрше скверҙарҙы төҙөкләндереүгә тотонабыҙ», - тип билдәләне Республика Башлығы.

Подрядсы ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, колонналарҙың бейеклеге - 8 ярым, арканың киңлеге 13 метрҙан ашыу тәшкил итә. Паркта балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу ҡорамалдары тулыһынса әҙер, юлдар эшләнгән, бәҙрәфтәр ҡуйылған, видеокүҙәтеү камераларын монтажлау эштәре бара. Колонналар граниттан һәм тәбиғи таштан эшләнә. Паркта эттәрҙе йөрөтөү өсөн айырым майҙансыҡ йыһазландырыла. Объектты төҙөкләндереүҙең дөйөм хаҡы 400 миллион һумға баһалана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ