Күмәртәләп һатыу үҙәге, станоктар төҙөү заводы һәм реабилитация саралары етештереү ойошмаһы асыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында сәнәғәт, сауҙа һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә яңы проекттар ҡаралды. Благовещенда OZON өсөн күмәртәләп һатыу һәм таратыу үҙәге төҙөлә. Бының өсөн 6 миллиард һум йәлеп ителә. Бәләбәйҙә тракторҙарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү компанияһын ҙурайтыу ҡарала. Проект 152 миллион һумға баһалана. Өфөнөң Дим районында заманса станоктар төҙөү заводы барлыҡҡа килә. Инвестор яңы ойошма өсөн 333 миллион һум йәлеп итергә ниәтләй. Ултырышта реабилатация саралары етештереү проекты ла ҡаралды. Өфөләге ойошма төрлө медицина ҡорамалдары сығара. Етештереүҙе арттырыу өсөн 200 миллион һум инвестиция индерелә. Радий Хәбиров бөтә проекттарға ярҙам итергә һәм өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә ҡушты.

Фото №1 - Күмәртәләп һатыу үҙәге, станоктар төҙөү заводы һәм реабилитация саралары етештереү ойошмаһы асыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ