“Башҡортостанда изге күңелле кешеләр йәшәй. Улар бер-береһенә ярҙам итә. Ауылда элек-электән ҙур эштәр өмә менән башҡарылған. Беҙ ошо йоланы дауам тәбеҙ. “Атайсал” проекты ла халыҡ традицияларына нигеҙләнә”. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Туймазы ҡалаһында үткән муниципаль форумда ошо турала белдерҙе. Ул халыҡтың иғтибарын йәлеп иткән ике төп йүнәлеште атаны.
5 майҙа республикала “Яҡташлыҡ көсө” форумы уҙа. 2023 йыл Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде.







