Был хаҡта ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостанға Белорусияның еңел сәнәғәт өлкәһе предприятиелары вәкилдәре эш сәфәре менән килде. Улар урындағы тегеү фабрикаларында булды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Көнөнә 200 футболка.Тегенсе һөнәрен Вячеслав Салтыков холоҡ төҙәтеү колонияһында үҙләштергән. Ҡуйылған норманы үтәй, ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй.
Миңә уңыш йылмайҙы тип әйтә алам. Тегеүгә өйрәнеп алдым. Туғыҙ йылға иркемдән мәхрүм ителгәнмен. Был ойошмала күптән түгел эшләйем. Оҡшай, эш урыны йылы. Һигеҙ сәғәт эшләйбеҙ.
Вячеслав Салтыков, тегенсе
Теген машиналары артында Вячеслав һымаҡ уҡ яҙмышлы егеттәр. Тегеү цехы- ҡатын- ҡыҙҙарҙың иһә ғәҙәти хеҙмәт урыны.
Ойошмала төҙәтеү эштәренә йәлеп ителгән алты ир- егет эшләй. Уларға был иреккә сығыр алдынан социаль яраҡлашыу өсөн файҙалы тип әйтергә мөмкин.
Елена Дементьева, «Капман» компанияһының тәьминәт буйынса белгесе
Махсус кейем «Башнефть» компанияһы өсөн әҙерләнә. Костюм ябай түгел - ул утта янмай торған сифатҡа эйә.
Туҡыма әҙер булғас та беселә һәм теген машинаһына ебәрелә. Ай һайын 5 мең тирәһе футболка, костюм етештерелә.
Кейем туҡымаһын утҡа ҡаршы торорлоҡ итеп әҙерләүҙә элек махсус шыйыҡса ҡулланыла ине. Ул экологик түгел һәм йыуғанда йыуылып төшә. Модификацияланған акрил менән кейем тегеү яңы технология.
Сергей Капитонов, «Капман» компанияһы генераль директоры
Предприятие 2015- се йылдан эшләй. Трикотаж изделиялар цехы былтыр сентябрҙә асылған. Махсус кейем тегеү цехында Белорус республикаһы еңел сәнәғәт өлкәһе предприятиелары вәкилдәре булды. Һөҙөмтәлә ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Беларус- еңел сәнәғәт үҫешкән төбәк. Улар беҙгә тәжрибә уртаҡлашыу, булған хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм яңыһын төҙөү ниәте менән килде. Капман компанияһы өсөн Камволь ойошмаһы беҙҙең сеймалдан тауар етештерәсәк.
Константин Климин, Рәсәйҙең Белоруссиялағы сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиле
Беҙҙең илдә туҡыма етештереү йүнәлеше яҡшы эшләй. Башҡортостанға туҡыма ебәреүҙе яйға һалыу ҡарала. Хеҙмәттәшлектең яңы юлдарын барлайбыҙ.
Наталья Мурашко, «Беллегпром» концерны рәйесе урынбаҫары
Белорус республикаһы вәкилдәре Ишембайҙағы тегеү фабрикаларында ла булып урындағы еңел сәнәғәт үҫеше менән танышты.