Республика бюджетынан баҡсасылыҡ ширҡәттәренә бүленгән ярҙам ике тапҡыр арттырыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн ошо турала белдерҙе. Ул Өфөлә үткән баҡсасылар форумында сығыш яһаны. Былтыр баҡсасылыҡ ширҡәттәренә 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Күп кенә биләмәләрҙең инфраструктураһы яҡшыртылды, юлдар һалынды, сүп контейнерҙары урынлаштырылды.

Республика бюджетынан баҡсасылыҡ ширҡәттәренә бүленгән ярҙам ике тапҡыр арттырыла

Баҡсасылар форумы “Торатау” Конгресс-холында уҙа. Унда белгес кәңәше алырға, фекер алышыуҙарға ҡатнашырға була. Бында орлоҡ, баҡса кәрәк-яраҡтары, үҫенте һәм ашламалар һатыла.

Республика бюджетынан баҡсасылыҡ ширҡәттәренә бүленгән ярҙам ике тапҡыр арттырыла

Баҡсасылар форумы иртәгә лә дауам итә.

Фото №1 - Республика бюджетынан баҡсасылыҡ ширҡәттәренә бүленгән ярҙам ике тапҡыр арттырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ