Улар өсөн 500 мең һумлыҡ 10 грант булдырыла. Был турала Радий Хәбиров баҡсасылар форумында белдерҙе. “Баҡса биләмәләрендә тулы тәртип булыуы төп шарт”, тине ул.
Форум Өфөлә үтә. Унда баҡсасылар өсөн мәғлүмәт майҙандары, түңәрәк өҫтәлдәр эшләй. Үҫенте һәм орлоҡтар тәҡдим ителә. Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садыҡова форумдың әһәмиәтен юғары баһалай.







