Өфөлә баҡсасылар форумы дауам итә

“Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ҙур ярҙам күрһәтелә. Йылдар дауамында туплана килгән проблемалар хәл ителә. Баҡсасылар үҙҙәре лә тырышлыҡ күрһәтергә тейеш”. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина беҙҙең радиоға биргән интервьюһында шулай тип белдерҙе. “Баҡсасылыҡ һәм дача ширҡәттәренең инфраструктураһы яҡшыртыла, юлдар һалына. Биләмәләргә электр үткәрелә”, - тине ул.

Өфөлә баҡсасылар форумы дауам итә

Форум барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баҡсасылыҡ ширҡәттәренә дәүләт ярҙамы арттырылыуы тураһында белдерҙе. Республикала 500 меңлек ун грант булдырыла. Ул иң яҡшы ширҡәттәргә тапшырыла. Башҡортостан етәксеһе өлкән йәштәгеләр күп булған ҙур баҡса биләмәләрендә мобиль фельдшер-акушер пункттары урынлаштырырға тәҡдим итте.

Фото №1 - Өфөлә  баҡсасылар форумы  дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ