Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ауыл хужалығында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлағандарға күберәк субсидия бирелә. Мәҫәлән, һөт һәм ит етештергән фермерҙар 7 миллион һум грант юллай ала. Бынан тыш, ауыл хужалығы кооперативтары өсөн компенсация суммаһы ике тапҡырға арттырылды.







