Башҡортостан ҡотҡарыусылары Төркиәнән ҡайтты. Отрядты туғандары, коллегалары һәм Башҡортостан башлығы ҡаршы алды.
Радий Хәбиров граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренә профессионализм һәм ҡотҡарылған ғүмерҙәр өсөн рәхмәт белдерҙе. Яҡташтарыбыҙ ярҙамға отпуск алып барҙы. Емереклектәр аҫтынан улар 6 кешене ҡотҡарған, 54 кешенең кәүҙәһен сығарған. Белгестәр Төркиәнең иң ныҡ зыян күргән ҡалаларының береһе - Кахраманмарашта эшләне.
Өфө ҡотҡарыусылары төрлө фажиғәләрҙә эшләргә өйрәнгән, бай тәжрибәгә эйә, әммә бындай бәлә-ҡаза менән махсус белгестәр тәүгә осрашҡан. Ҡазаға тарыусыларҙы эҙләүҙә кинолог Надежда Отвесова үҙенең эте - ҡотҡарыусы Торин менән бергә ҡатнаша. Көслө ер тетрәгәндән һуң Төркиә бындай эттәргә ҙур ихтыяж кисергән булған.






