Туймазы районында «Кесе Ватаным - Атайсал» зональ форумы уҙғарылды

Яҡташлыҡ көсө - берҙәмлектә. Туймазы районында Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған «Кесе Ватаным - Атайсал» зональ форумы уҙғарылды. Ун бер муниципалитетты берләштергән сарала БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булып ҡайтты.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынып, һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Туймазы районы Яңы Бишенде ауылындағы мемориаль комплекс «Альтернатива» пластмасс изделиелар заводы генераль директоры Раил Фәхретдинов ярҙамында яңыртылған. Кесе Ватанын төҙөкләндереү мәсьәләһенә ул етди ҡарай. «Атайсал» проекты сиктәрендә генә изге эшкә 27 миллион һум йүнәлткән. Фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм мәҙәниәт йортон берләштергән күп функциялы комплекс, мәсет төҙөткән, ҡороған күлде тергеҙгән.

2018 йылда төҙөлгән яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктынан халыҡ өҙөлмәй. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар уҙғарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.

Яҡташлыҡ көсө йылдан-йыл нығый. Күләмле проект сиктәрендә Туймазы районында ғына 275 изге ғәмәл тормошҡа ашырыла. Башҡарылған һәм планлаштырылған эштәрҙең дөйөм финанс күләме яҡынса 80 миллион һумға еткән. Уртаҡлашыр тәжрибә ҙур. Ошо маҡсатта биләмәлә «Кесе Ватаным - Атайсал» тип исемләнгән зональ форум уҙғарылды. Уның сиктәрендә һәр муниципалитет биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды «Атайсалға изге ғәмәлдәр» йылы тип иғлан итте. Был күләмле проекттың мәртәбәһен йәнә арттырҙы. Зональ форум сиктәрендә «Көслө идеялар - файҙалы ҡарарҙар» тип исемләнгән эшлекле уйын үтте. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар «Атайсал - Кесе Ватаным» дискуссия майҙансығына саҡырылды. Ике йыл эсендә генә проектта ҡатнашыуға ун дүрт мең ярымдан ашыу ғариза ҡабул ителгән, уларҙы тормошҡа ашырыуға миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән. Изге эштәр эстафетаһы бөгөн дә дауам итә.

Форумда йәш яҡташтар берлегенең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ илһөйәрлек йүнәлешендәге программалар ҡаралды. Был эшкә эҙәрмәндәр хәрәкәте, йәш шайморатовсылар, кадеттар йәлеп ителде. Туймазы ҡалаһының 1-cе гимназияһында ғына ҡаһарманлыҡ, ирекмәнлек, тарихи хәтер майҙансыҡтары эшләне. Белем усағында күренекле прозаик, сәйәхәтсе Камил Йыһаншиндың музейы асылыуы ла сараға байрамса кәйеф өҫтәне.

«Атайсал» проекты сиктәрендә зональ форум тәүгә генә уҙғарылмай. Быға тиклем ул Асҡын, Ҡырмыҫҡалы райондарында ойошторолғайны. Туймазыла үткән сара сиктәрендә эстафета дүртөйлөләргә тапшырылды.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ