Халыҡ күпләп «Айыҡ йомалар» ға йөрөй, вәғәздәр тыңлай. Әҙәп һәм әҡләҡ нигеҙҙәренә ҡағылышлы әңгәмәләрҙә олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнаша. Кистәрен «Әхирәттәр» халыҡ фольклор ансамбле ағзалары Гөлнара менән Минлехан Хәкимйәновтарҙың йортона йыйыла. Гүзәл заттар күмәкләшеп хәрбиҙәргә ойоҡбаш, бирсәткәләр бәйләй, ҡульяулыҡтар сигә, хаттар яҙа.






