Өфөлә баҡсасылар форумы дауам итә. Унда коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү, уларҙы электр, һыу менән тәьмин итеү, юл һалыу, сүп-сар сығарыу мәсьәләһе ҡарала. Майҙансыҡтарҙа белгестәр консультация бирә. Рәсәй баҡсасылар союзы рәйесе урынбаҫары Вячеслав Чулюканов әйтеүенсә, Башҡортостанда баҡсасылар проблемаһын хәл итеүгә ҙур иғтибар бирелә.







