Республика инженер лицей-интернаты коллективы махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә

Белем усағында старт алған «Окоп шәме» акцияһы сиктәрендә уҡыусылар яугирҙарға блиндаж шәмдәре әҙерләй. Лицеистар изге эшкә дәррәү ҡушылған. Әле улар продукцияны ҙур күләмдә әҙерләп, беренсе гуманитар конвой менән уны махсус операция биләмәһенә оҙатыу маҡсаты менән яна. Быға тиклем уҡыусылар Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары менән бергә һалдаттарға 19 буржуйка мейес яһап ебәргән. Республика инженер лицей-интернатында патриотик тәрбиәгә бәләкәй кластарҙан иғтибар бүленә: тематик класс сәғәттәре, хәрби саралар үткәрелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ