Дыуан районында «Беренсе звеноны модернизациялау» төбәк проекты әүҙем тормошҡа ашырыла

Төбәктә халыҡ һаны артыуы ла күҙәтелә. Яңы төҙөләсәк медицина учреждениеһы өлкәндәр менән балаларҙы бергә хеҙмәтләндергән Мәсәғүт үҙәк дауаханаһында пациенттар ағымын көйләргә мөмкинлек бирәсәк. Объекттағы төҙөлөш барышы менән БЮТ хәбәрселәре танышты.

Төньяҡ -көнсығыш төбәктәге был мөһим объектта төҙөлөш эштәре былтыр апрелдә башланған. Көндөҙгө стационары булған балалар поликлиникаһы Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының даими ихтибар үҙәгендә. Был проектты тормошҡа ашырыу Дыуан районы һәм төньяҡ-көнсығыш төбәктә балаларға уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамын күрһәтеү мөмкинлеге бирәсәк.Әлеге ваҡытта объектта төҙөлөш эштәре планға ярашлы бара. Кирбес һәм монолит стеналар күтәрелә, вентиляция, монтажлау эштәре, пластик һәм алюмин витриналар ҡорола.

Балалар поликлиникаһы тулыһынса дәүләт стандарттарына яуап бирәсәк, тип ышандыра белгестәр. Электр линияларын ҡораусылар ҙа үҙ эшенә үтә яуалы ҡарай. Полилиника эше авария осраҡтарында ла туҡталмаһын өсөн, төп һәм резервта эшләй торған электр линиялары махсус тартмалар буйлап һуҙыласаҡ.

Әлеге ваҡытта беҙ электр сымдары өсөн махсус тармаларҙы монтажлайбыҙ.Уларҙы ҡорап бөткәндән һуң магистраль электр линияларын һуҙасаҡбыҙ.

Фидан Ғибәҙуллин, электр линияһын ҡораусы

Биш ҡатлы балалар поликлиникаһының дөйөм майҙаны 9 мең квадрат метрҙан ашыу. Сменаһына 200-ҙән ашыу пациент хеҙмәтләндереләсәк. Поликлиникала көндөҙгө стационар, физиотерапия һәм һауыҡтырыу диагностика бүлектәре, ашығыс ярҙам күрһәтеү, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ла эшләйәсәк. Объект йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылыр, тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ