Бөгөн «Смарт баҡсасы» форумының икенсе көнө

Йыйында ҡатнашыусылар баҡсасылар ширҡәттәрен борсоған юридик һәм иҡтисади мәсьәләрҙе хәл итеү буйынса семинарҙар, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты.

Әле баҡсаларҙа башлыса электр тәьминәте, юлдар юҡлығы һәм сүп -сар сығарыу проблемаһы көнүҙәк ҡала. Шулай уҡ участкаларҙы, йорт-ҡаралтыларҙы законлаштырыу кеүек мәсьәләләр ҙә белгестәр ярҙамы талап итә. Форумға йыйылыусылар йәшелсә-емеш үҫтереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алыу менән бер рәттән юридик белемен дә камиллаштырҙы.

Баҡсасылар ер файҙаланыуға аҡсалар һалған иң күләмле инвесторҙар. Уларҙың күптәре үҙ участкаларын тәртиптә тотоу, нимәлер үҫтереп алыу өсөн хәләл аҡсаларын индерә. Баҡсасылыҡта һеҙҙең тәжрибә бик мөһим. Ул мотлаҡ илдең башҡа төбәктәренә лә таратылырға тейеш.

Вячеслав Чулюканов, Рәсәй баҡсасылар союзы рәйесе урынбаҫары

Башҡортостанда баҡсасыларҙы борсоған төп ике мәсьәлә- электр селтәрҙәре һәм юлдарҙы төҙөкләндереү эше башланды. Былтыр был маҡсатҡа Радий Хәбиров йөҙ миллион һум аҡса бүлгәйне. Быйыл иһә был күләм 250 миллион һумға тиклем арттырылды.

Радий Хәбиров ысын күңелдән баҡсасыларға ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Форум икенсегә генә уҙғарылһа ла шул тиклем ихлас, һөҙөмтәле үтә. Былтырғы йыйындың һөҙөмтәләре лә бар. Баҡсаларҙа юлдар һәм электр тәьминәтен рәткә килтерә башлау ҙур аҙым.

Динара Хәкимова, Рәсәй баҡсасылар союзының юридик департаменты етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ