Өфө автотранспорт колледжында асыҡ ишектәр көнө үтте

Сарала 9-сы, 11-се синыф уҡыусылары уҡыу йортоноң мөмкинлектәре, матди-техник базаһы менән танышты. Өфө автотранспорт колледжы республиканың боронғо мәғариф учреждениеларының береһе, уның быуатҡа яҡын тарихы бар. Әлеге ваҡытта колледжда 2 меңдән ашыу студент уҡый, белем биреү 4 йүнәлеш буйынса алып барыла.

Бында заман талаптарына яуап биргән кадрҙар әҙерләү өсөн тулы шарттар булдырылған, донъяуи стандарттар буйынса йыһазландырылған оҫтаханалар, лабораториялар эшләй, бар кабинеттарҙа заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыған. Был теоретик белемде практикала һынау, нығытыу мөмкинлеге бирә. Ситтән килгән студенттарға бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ тәҡдим ителә.

Спорт секциялары, мәҙәни түңәрәктәр эшләй. Уҡытыусылар әйтеүенсә, иң мөһиме дипломлы белгестәрҙең эшкә урынлашыу менән бәйле проблемаһы юҡ, колледж әҙерләгән кадрҙарға ихтыяж ҙур. Йылдар дауамында «Өфө» аэропорты менән ныҡлы хеҙмәттәшлек булдырылған, был да йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ