Аҡ халат урынына спорт формаһы һәм бутсы. Өфөнөң Дим районындағы ҡала клиника дауаханаһы табиптары өсөн мини-футбол буйынса турнир ойошторолдо. Уйындар «Алға» спорткомплексында уҙҙы. Унда 4 команда көс һынашты. Майҙанға шулай уҡ һуғыш ветерандары республика клиника госпитале табиптары ла сыҡты.
Дим районы ҡала клиника дауаханаһының травматология, реанимация бүлектәре, шулай уҡ поликлиника табиптарынан айырым командалар төҙөлдө. Турнир Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм махсус хәрби операция биләмәһендә Рәсәй хәрбиҙәренә медицина ярҙамы күрһәткән табиптарға арналды.



