Сәйәхәтсе һәм яҙыусы Камил Йыһаншин шундай башланғыс менән сыҡты. Конкурс эштәре башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителә. Конкурста ике номинация була, беренсеһе - «Иң яҡшы пост», икенсеһе - «Иң яҡшы видеяҙма». Һәр номинацияла еңеүсе һәм призерҙар билдәләнә. - Ер-һыу атамаларын һәм уларҙың тарихын һаҡлап алып ҡалыу беҙҙең төп бурыс, - ти Камил Йыһаншин. 2023 йыл Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде.







