Ул ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы башланғысы менән асылған. Йорт тулыһынса башҡорт милли мөхитендә ҡоролған. Ауыл хакимиәте башлығы Артур Закиров һөйләй.
Этномузей киләсәктә мәҙәни саралар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү майҙаны буласаҡ. “Уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар өсөн экскурсиялар ҙа ойоштороу ҡаралған”, ти “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Зәйлә Хәлилова.







