Башҡортостан мәктәптәре Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләй

Мәғариф һәм фән министрлығынан  хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн линейкалар уҙғарыла, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү,  тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә саралар ойошторола. Балалар һәм уҡытыусылар бер-береһен милли кейемдәр кейеп әсә телендә сәләмләй. Бөгөн Халыҡ-ара туған тел  көнө уңайынан шулай  уҡ  китап һатыу акциялары, уҡыу әсбаптары менән таныштырыу була, "Ағиҙел" төбәк-ара полилингваль олимпиадаһы уҙғарыла.

Фото №1 - Башҡортостан мәктәптәре Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ