Ғаризаны 21 мартҡа тиклем Өфөнөң Киров урамы 15-се йорт адресы буйынса тапшырырға мөмкин. Конкурста ҡала һәм ауылдар ҡатнаша ала. Өфөнән йөҙ ғариза яҙылған. Республикала «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» 2014 йылдан уңышлы эшләп килә. Ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Уның ярҙамында ауылдарға йән инә, халыҡ үҙе һайлаған объектты ремонтлай, йә төҙөй. Быйыл проект бюджеты 500 миллион һум. Субсидия күләмендә үҙгәреш бар.






