Бөгөн республика киң мәғлүмәт саралары журналистары бер нисә предприятие эшмәкәрлеге менән танышты. Матбуғат туры сиктәрендә журналистар төбәктә йыйылған үләндәрҙән сәй етештереү предприятиеһы, бал һатыусы крәҫтиән-фермер хужалығында булды.
Үләндәрҙең шифаһы һаҡланһын өсөн, махсус ҡоролма сәй ҡаптарын салафан менән урата. Был эш өсөн Фәрзәнә Лоҡманова яуаплы. Ул предприятиела 26 йыл эшләй. Ҡоролма айына ошондай 300 мең ҡапты һатыуға әҙерләй. Элек барыһын да ҡул менән эшләргә тура килһә, хәҙер эште автомат еңеләйтә.
Һатыуға сығарылған сәйҙәр республикала үҫкән 700-ҙән ашыу үләндән эшләнгән. Ҡайһы бер үҫемлектәр Камчатка менән Байкалдан килтерелә. Үләндәр экологик таҙа райондарҙан әҙерләүсе конторалар тарафынан йыйыла. Артабан продукцияның сифаты, дөрөҫ йыйыу шарттары махсус лабораторияла ҡарала. Үҫкән яланынан алып магазин кәштәһенә тиклем ул ентекле тикшереү үтә.
Башҡортостан үләндәре республикала ғына түгел, сит илдәргә лә һатыуға сығарыла. Үләндәрҙән сәй һәм сиропты федераль магазин селтәрҙәрендә лә алырға була.
Ҡулланыусы өсөн «Башҡортостан продукты» бренды менән сығарылған тауар юғары сифат күрһәткесе. Етештереүселәр алдында иһә был проектта ҡатнашыу яңы мөмкинлектәр аса. Куляшовтар крәҫтиән-фермер хужалығында 300 умарта иҫәпләнә, улар 7 йылға яҡын бал етештерә. Проектта ҡатнашып улар етештереү күләмен арттырыуға ирешкән.
Республика тауарҙарының сифат билдәһе менән аҙыҡтарҙан тыш төбәктә етештерелгән башҡа тауарҙар ҙа сығарыла. Мәҫәлән, дауалау һәм реабилитация өсөн матрастар. Өфө ойошмаларының береһендә 20 йылдан ашыу махсус матрастар һәм мендәрҙәр сығарыла.
Лилиә Мәҡсүтова






