Медицина учреждениеһы тотош республикала күкрәк соҡорона ҡабырғаларҙы киҫмәйенсә әмәлиәт яһаусы берҙән-бер дауахана. Табиптар бында йылына 10-15 баланы «итексе күкрәгенән» арындыра.
15 йәшлек Юраны әле ике аҙна элек кенә операция өҫтәлендә ятҡан тип уйламаҫһың да. Егеттең күкрәк ҡыуышлығына тимер пластина урынлаштырғандар. Имплант ҡабырғаларҙы эс яҡтан этәп тора. Ләкин сит әйберҙе бөтөнләй һиҙмәйем, ти үҫмер. Бөгөн табиптар уны өйөнә ҡайтара.
Пластина медицина ҡоросонан яһала. Уны ике тишек аша индереп соҡорло күкрәкте беркетеп ҡуялар. Һуңынан ул тән температураһына турайып ҡабырғаларҙы эстән этә башлай. Бер нисә йылдан һуң «итексе күкрәге « тип аталған деформацияның эҙе лә ҡалмай.
Быға тиклем был операцияны эшләтеү өсөн пациенттар Санкт-Петербурга йөрөргә мәжбүр булған. Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһында эшләнә башлауы хәлде күпкә еңелләштергән. Өҫтәүенә операцияның был алымы күпкә арзаныраҡ сыға.
Пластина ғәҙәттә, өс-биш йыл эсендә күкрәк ҡыуышлығын тулыһынса төҙәйтә, ти табиптар. Юра осрағында уны оҙаҡҡа ҡалдырырға хәл иткәндәр. Бер зыяны ла юҡ. Уның ҡарауы, Юра үҙе хәҙер үҙ тәненән оялмайынса, ғорур баҫып, күкрәк киреп йөрөйәсәк.
Айнур Кәбиров



