«Тамыр» телеканалы иғлан иткән бәйгелә дүрт номинация буйынса еңеүсе тип табылған малай-ҡыҙҙар бүләкләнде. Республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе балалар ижади проекттарында тыуған төйәктәре тураһындағы видеоматериалдарын тәҡдим итте. 8 йәштән алып 15 йәшкә тиклем балалар араһында ойошторолған конкурста ғаилә ағзаларының әүҙемлеге һәм ҡатнашлығы ла хупланды.
Балалар тыуған ауыл, ҡала тарихы һәм тормошона ҡағылышлы сюжеттар, социаль роликтар төшөргән, интервью ойошторған. Бәйгелә ҡатнашыусыларға бүләктәр таратылды. Ә төп приз 50 мең һумлыҡ сертификат ине. «Атайсал. Беҙҙекеләр!» балалар медиа-конкурсы Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.






