Һайлап алыу турын үтеүселәр Өфөлә телевизион тапшырыуға төшә. Проекттың Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы 16- сы миҙгеле хаҡында киләһе яҙмала.
Конкурстың беренсе турына үтеүселәр «Башҡортостан» концерт залына йыйылды. Бында телетапшырыуҙар яҙыла. Быйыл конкурста Башҡортостан төбәктәре һәм Санкт- Петербург, Силәбе, Һамар өлкәһе Пермь крайы, Татарстан һәм Төркиәнән үҙешмәкәр бейеүселәр көс һынаша.
Һайлап алыу туры ситтән тороп уҙғарылған. Соло, дуэт, трио, бәләкәй ансамблдәр һәм ансамблдәр номинациялары буйынса халыҡ бейеүҙәре тәҡдим ителә. 150 ғаризанан 49 ҡатнашыусы беренсе турға үткән.
Жюри бейеүҙе сәхнгә сығарыусыны, бейеүселәрҙе, көй һәм кейемде баһалай. Сәхнәгә башҡорт халҡы бейеүҙәренең алтын фонды һәм яңы бейеүҙәр ҙә сығарыла.
Конкурс еңеүсеһе ғәҙәттәгесә, йыл аҙағында билдәләнә. Приз күләме 100 мең һум тәшкил итә.
Рәмилә Исмәғилева



