Бөгөн Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе. Аҡса 2007 йылдан башлап тыуған балаларға түләнә. “Халыҡтың килемен арттырыуға йүнәлтелгән ҙур программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәсәкбеҙ”, - тине Владимир Путин.
Рәсәй Президенты ғаиләләрҙең мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында һалым системаһын көйләү кәрәклеге тураһында ла белдерҙе.
Рәсәй Президентының сығышы 1 сәғәт 50 минут самаһы дауам итте. Владимир Путин махсус хәрби операция, хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү, юғары белем биреү системаһындағы үҙгәрештәр, иҡтисадты үҫтереү мәсьәләләренә туҡталды.Ил етәксеһе телмәрен “Дөрөҫлөк беҙҙең яҡта” тигән һүҙҙәр менән тамамланы. Эксперттар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре Владимир Путиндың сығышына баһа бирә. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина фекере.







