“Аҡмулла арбаһы” проектына ярашлы Ырымбур ҡалаһының Хөсәйен Ямашев исемендәге китапханаһында “Һүҙ ҡәҙере – ҡәләм ҡөҙрәте” тип аталған әҙәби сара уҙҙы. Ул Халыҡ-ара туған тел көнө һәм “Ағиҙел” журналының 100 йыллығы уңайынан ойошторолдо. Журналист Гөлнара Хәлфетдинова һөйләй.







