Синоптиктар ошондай һауа торошо ай аҙағына тиклем дауам итеүен фаразлай. Юлдарға көрт һалыуы, ҡар һырынтылары ятыуы, урыны менән боҙлауыҡ булыуы, буран сығыуы ихтимал. Көслө ел һәм ҡар һөҙөмтәһендә ҡайһы бер участкаларҙа күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем сикләнгән. Шуға ла республиканың баш автоинспекторы Владимир Севостьянов был көндәрҙә водителдәргә иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә. Айырыуса төнгө сәғәттәрҙә алыҫ юлға сығыуҙан тыйылырға кәрәк.
Төбәк һәм федераль автомобиль юлдарында бәләгә тарыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында экипаждар арттырыла. Юлдарҙа ҡатмарлы хәл килеп тыуған осраҡта тәүлек әйләнәһенә Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәләренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин.






