Өфөлә Башҡортостандың коррекция мәктәптәре уҡыусылары ярышты

Ҡарҙа батмаҫҡа. Өфөлә Башҡортостандың коррекция мәктәптәре уҡыусылары ярышты. Бәйге Президент гранттары ярҙамында ойошторолдо. Адаптив тау саңғыһы һәм сноуборд клубы ағзалары мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡышҡы спорт төрҙәренә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ошо маҡсатта республика коррекция мәктәп-интернаттарына махсус инвентарҙар һатып алынған. Инклюзив шәмбе проекты сиктәрендә күнекмәләр үткән. Ярышҡа Башҡортостанда ваҡытлыса йәшәгән Донбасс уҡыусылары ла ҡушылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ