Төҙөлөш өлкәһе ресурс-индекс алымына күсә

Быйылдан башлап дәүләт һәм муниципаль контракттар төҙөлөшө сметаһы төбәктәге реаль хаҡтарға ҡарап билдәнәсәк. Был алым төҙөлөш өлкәһен тағы ла йәнләндереп, нигеҙһеҙ хаҡ арттырыу осраҡтарын кәметер тип иҫпәләй белгестәр. Бөгөн тармаҡтағы үҙгәрештәр ғәмәли конференцияла өйрәнелде.

Былтыр илдә торлаҡ төҙөлөшө буйынса рекорд ҡуйылған. Йылына 102 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Тармаҡтың эске тулайым продуктҡа индергән өлөшө 6 процентҡка артҡан. Был күрһәткестәр менән төҙөүселәр ер аҫты байлыҡтары сығарыусыларҙы ла уҙҙырған. Хәҙер был темпты һаҡлау һәм төҙөлгән квадрат метрҙарҙы һатыу бурысы тора. Был йәһәттән ташламалы ипотека механизмын камиллаштырыу мөһим. Икенсенән, хаҡтарҙы ауыҙлыҡлау өсөне подрядсы ойошмаларҙың сығымдарын мөмкин тиклем асыҡ итеү кәрәк. Ресурс-индекс алымы индереү төҙөлөшкә киткән бар аҡсаларҙы ла контролгә алыу мөмкинлеге бирәсәк, тигән фекерҙә белгестәр.

Әгәр быға тиклем федераль ведомство һәр бер төбәк өсөн хаҡтар билдәләһә, хәҙер тап төбәктәге хаҡтарға ҡарап смета төҙөләсәк. Мәҫәлән,кирбес дөйөм хаҡ менән түгел, ә етештереүсенең үҙ хаҡы менән билдәләнәсәк. Шулай уҡ тимер һәм башҡа материалдар. Бының өсөн етештереүсе үҙ хаҡтарын тәҡдим итеү өсөн онлайн майҙансыҡ та булдырыласаҡ.

Антон Глушков, «Төҙөүселәрҙең милли берләшмәһе» ассоциацияһы президенты

Башҡортостанда ла ресурс-индекс алымына күсеү эше алып барыла. Әле үк төҙөлөш өлкәһен баһалаусы төркөм булдырылған. Улар етештереүселәр базаһы төҙөп хаҡтарҙы яңыртып торор тип күҙаллана. Һөҙөмтәлә төҙөлөш материалдары актуаль баҙар хаҡы менән һатыласаҡ.

Әле бит бер хаҡ менән социаль объект төҙөлә башлай ҙа хаҡтар артһа туҡтап ҡала. Һөҙөмтәлә объект күпкә ҡиммәтерәк килеп сыға, сафҡа индереү ваҡыты ла тотҡарлана. Индекс алымына күсһәк һәр саҡ баҙар шарттарындағы актуаль хаҡтар билдәләнәсәк.

Алан Марзаев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ