Өфөнөң «Торатау» конгересс холында ваҡиғалы туризмды үҫтереү буйынса стратегик сессия үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был йүнәлештә эшлекле әүҙемлек булдырыу, һәр муниципалитеттан календар сара тәҡдим итеү бурысын ҡуйғайны. Сессияла уңышлы эшләгән спикерҙар сығыш яһаны, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Тур индустрияла ярайһы уңыш ҡаҙанған Илдар Бикҡужин үҙебеҙҙең төбәктә ваҡиғалар туризмын үҫтереү мөмкинлектәрен барланы. Ваҡиғалы туризм буйынса проекттарын яҡлаусылар ярты миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы аласаҡ. Был дәүләт тарафынан яҡлауҙың башы ғына.

Стратегик сессияла Рәсәй Ваҡиғалар туры сегментында республиканың туриндустрия вәкилдәре әүҙем ҡатнашырға тейеш, тигән һығымта яһалды. Теүәл бер аҙнанан хакимиәттәр Башҡортостан Башлығына төбәктә тормошҡа ашырыласаҡ эшлекле календар сараларын тәҡдим итәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ