Дыуан районында «Мәғариф» милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла

Һикеяҙ урта мәктәбенә генә капиталь ремонт үткәреүгә федераль ҡаҙнанан 17 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ремонттан һуң мәктәп тыштан да, эстән дә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Түбәһе , тәҙрәләр, инженер селтәрҙәре тулыһынса яңыртылған.

Йылытыу селтәрҙәре, һыу торбалары, канализация алмаштырылған. Кластарға яңы иҙән түшәлгән. Уҡыусылар тулыһынса модернизацияланған мәктәптә төплө белем ала, башланғыс хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәнә, хеҙмәт дәрестәрендә юғары теүәллектә идара ителә торған станоктарҙа эшләү мөмкинлегенә эйә. Мәктәптә белем алыусылар яҡшы физик әҙерлекле булһын өсөн спорт инвентарҙары алынған.

Ишектәр тулыһынса алмаштырылды, туҡланыу блогы реконструкцияланды. Беҙҙең уҡыусылар яңы шарттарҙа, иркен, яҡты, йылы кластарҙа белем алыу мөмкинлегенә эйә. Заманса ҡорамалдар уҡыу процессын тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк итә.

Татьяна Галстян, Һикеяҙ мәктәбе директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ