Баш ҡала ижадсыларынан тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалалары, Татарстан һәм Коми республикалары вәкилдәрен берләштергән бәйгегә сит төбәк артистары видео-бәйләнеш аша ҡушылды.
Конкурс ике төп номинация буйынса барҙы: 7 йәштән 70 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар синтезаторҙа музыкаль композиция яҙыу һәм компьютерҙа аранжировка эшләү кеүек йүнәлештәрҙә көс һынашты.
Әйткәндәй, сараны ойоштороусы Өфөнөң 10-сы балалар музыка мәктәбе илдә тәүге иң яҡшы 10 музыкаль мәктәптәр исемлегенә инеп, һанлы музыка нигеҙҙәрен төбәктә тәүгеләрҙән булып индерә. Белгестәр фекеренсә, һанлы технологиялар бөгөнгө музыкаль донъяла уңайлы инструмент булып тора. Заманса ҡоролмалар музыка яҙыу сифатын һәм тиҙлеген бер нисә тапҡырға арттыра.



