Сараның сираттағы этабы Иглин районы мәҙәни-спорт косплексында ойошторолдо. Һайлап алыуҙа район үҙәгенең 5 командаһы, 9 йәштән 17 йәшкә тиклем 200-гә яҡын кеше ҡатнашты. Йәш спортсылар 30 метрға йүгереү, электрон ҡоралдан атыу, оҙонлоҡҡа һикереү кеүек 6 йүнәлеш буйынса көс һынашты. Шәхси беренселектә юғары һөҙөмтә күрһәтеүселәр 3 мартта Нефтекамала старт аласаҡ республика кимәлендәге фестивалдә ҡатнашасаҡ.
Ә Хәйбулла районында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексы күнекмәләрен үтсе иң өлкән ҡатнашыусыға 74 йәш ине. Майҙанда йәмғеһе 60-тан ашыу кеше үҙ көсөн һынаны. Районда спорт сараһы ауылдар араһында эстафета рәүешендә уҙа. Аҡъюл ауылында ойошторолған сираттағы бәйгелә ғаилә менән ҡатнашырға килеүселәр ҙә байтаҡ ине. Эстафетаны артабан Яңы Ергән ауыл биләмәһе дауам итәсәк.



