Был турала оператив кәңәшмәлә төбәктең Ауыл хужалығы министры хәбәр итте. Башҡортостандың иң эре май етештереү предприятиеларының береһе - Шишмә май экстракцияһы заводы ла былтыр етештереү күләмен 3 тапҡырға арттырған. Завод эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.
Һатыу нөктәләре кәштәләренә килеп эләгер алдынан, көнбағыш орлоҡтары бер нисә эшкәртеү этабын үтә. Иң тәүҙә тәгәрмәсле һәм тимер юл техникаһы ярҙамында килтерелгән сеймал элеваторҙарға оҙатыла. Етештереү күләме юғары булғанлыҡтан, уны республика райондары хужалыҡтарынан тыш, Ырымбур, Һамар, Ульяновск, Силәбе өлкәләренән дә алып киләләр. Эшкәртеүгә тик сифатлы сеймал ғына ебәрелә.
Һайлап алынған сеймал таҙартыла һәм май һыҡтырыу цехына оҙатыла. Етештереү ҡалдыҡһыҙ. Предприятиела орлоҡ ҡабыҡтары урында электр энергияһы һәм йылылыҡ сығарыу өсөн файҙаланылһа, гранулалы шротт мал аҙығы рәүешендә сит илдәргә һатыла. Һуңғы миҙгелдә генә аҡһымға бай булған ҡалдыҡ күләме 120 мең тонна тәшкил иткән. Етештереү тулыһынса тиерлек автоматлаштырылған.
Бер нисә йыл элек продукция ассортименты рапс майы менән байытылған. Продукция башлыса экспортҡа - Ҡытай, Әзербайжан, Үзбәкстан илдәренә оҙатыла. Әйтәйек, 2022 йылда ғына Ҡытайға 10 тоннанан ашыу продукция һатылған. Дөйөм күләмгә килгәндә, завод тәүлегенә мең тонна сеймал етештереп, 440 тонна май сығара.
Ғөмүмән, республикала аҙыҡ һәм етештереү сәнәғәте үҫеше күҙәтелә. Был йүнәлештә төбәк индексы уртаса ил күрһәткестәренән юғарыраҡ.
Үҫемлек майы төбәктең төп продукцияларының береһе һаналып, экспорттың ҙур өлөшөн тәшкил итә. Ә быйыл иһә баҫыуҙарҙа ҡалған көнбағыш уңышы яҙғыһын урып алынасаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, уның сифаты зыян күрмәйәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина






