Башҡортостанда ауыл ерендә эшләүсе 3700 табип иҫәпләнә. Уларҙың иңендә ҙур яуаплылыҡ ята, аҡ халатлылар ғәҙәттә бер нисә ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Иглин районы Үктәй ауылында йәшәүсе Рәмилә Сәйетова 40 йылдан ашыу һөнәренә тоғро ҡала.
Һәр килгән пациентты фельдшер яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Көнмө, төнмө, үҙен насар тойғанда ауылы халҡы Рәмилә Хәмит ҡыҙына мөрәжәғәт итә. Өфө медицина училещеһын тамамлағас йәш белгес Иглин районы Үктәй ауылына эшкә төшә. Бөгөн Фельдшер ауылда йәшәгән 397 кеше, шул иҫәптән 70 бала һаулығы һағында тора.
Пациенттарҙы амбулатор ҡабул итеүҙән тыш, Рәмилә Хәмит ҡыҙы сирлеләргә өйгә йөрөй, ауырлы ҡатындарҙың хәлен белә, социаль ғаиләләр менән профилактик әңгәмә алып бара. Хеҙмәте менән генә түгел, һүҙ менән дә дауалай тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары.
Ауыл табибының ял һәм байрам көндәре юҡ - кисектергеһеҙ ярҙам тәүлек әйләнәһенә кәрәгеүе ихтимал. 40 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһендә фельдшерға йорт шарттарында тыуған баланы ҡабул итергә, йөрәк өйәнәге тотҡан пациенттарҙы ҡотҡарырға тура килгән. Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһының наградалары ла бихисап, әммә иң ҙур награда - ҡотҡарылған кеше ғүмере тип билдәләй фельдше үҙе.
Лилиә Мәҡсүтова






